Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.81 ↑

EUR 69.70 ↓

26 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Алтай фирмаһы Өфөлә сәғәт һымаҡ фонтан төҙөүгә контракт алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

«Коммерсант-Өфө» гәзите хәбәр итеүенсә, Барнаул ҡалаһының «Лттендер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ленин майҙанында сәғәт формаһында фонтан төҙөүгә контракт аласаҡ. Алтай фирмаһы сауҙала ҡатнашырға рөхсәт алған берҙән-бер компания булды. Икенсе дәғүәсе — «Светотехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең (Барнаул ҡалаһы) ғаризаһы тендер документацияһына талаптарҙың тап килмәүе сәбәпле ҡабул ителмәне.

«Лттендер» контракттың башланғыс хаҡын 600 мең һумға тиерлек — 49,6 миллионға тиклем төшөрҙө. Килешеүҙең шарттары буйынса, арт-объект ағымдағы йылдың ноябрь аҙағына төҙөлөп бөтөргә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть