9 декабрь, Йома

25 февраль 2016 йыл, 14:00

«Мисс наследие мира-2016» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында республика исеменән Өфө ҡыҙы Ирина Ғәлиханова сығыш яһай

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс наследие мира-2016» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән Өфө ҡыҙы Ирина Ғәлиханова сығыш яһай. Конкурс Бангладешта уҙа. Унда Австралия, Эстония, Франция, Испания, Куба, Украина, Сингапур, Латвия, Словакия, Греция, Венесуэла, Колумбия, Панама, Канада, АҠШ илдәренән һылыуҡайҙар ҡатнаша.

Өс аҙна дауамында ҡыҙҙар экскурсияға йөрөйәсәк, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк.

Ирина Ғәлиханова «Мисс Башкортостан-2014» республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булғайны. «Мисс Башкортостан» модель агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, әле ул халыҡ-ара конкурста сығыш яһау өсөн йыр әҙерләй. Бәйге март аҙағында башлана.

Белешмә. «Мисс наследие мира» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы 2013 йылда булдырылған. Бында ҡатын-ҡыҙҙың нәзәкәтлеге, нәфислеге, һөйкөмлөлөгө генә баһаланмай. Ойоштороусылар тәү сиратта бөтә донъя мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә баҫым яһай. Планетаның төрлө тарафтарынан килгән ҡыҙҙар интеллектуаль һәләтен, сәхнә оҫталығын күрһәтә, актуаль темаларға фекер алышыуҙа ҡатнаша. 2013 йылда Рәсәйҙән Наталья Полуэктова өс еңеүсе иҫәбенә инде һәм бәйгенең тажына, икенсе принцесса титулына лайыҡ булды.