11 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2016 йыл, 11:52

Бөгөн — Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 25 февраль — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, ул 2002 йылдан алып билдәләнә.

Конкурсҡа флагтың ике варианты ла тәҡдим ителә. Комиссия рәссамдар Урал Мәсәлимов менән Ольга Асабина эшләгән флаг вариантына өҫтөнлөк бирә. Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән (аҫтан өҫкә) тора. Йәшел төҫ — азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ — тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ — уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Йәшел төҫ Ислам төҫө булып һанала. Ләкин был төҫ мосолман булмаған илдәрҙең — Ирландия, Мексика, Португалия, Италия, Боливия, Бразилия, Венгрия, Болгарияның дәүләт флагтарында ла бар. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында  ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы, риүәйәт буйынса, Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.

Уҙған йылдарҙа Дәүләт флагы республиканың дәүләт һәм ижтимағи тормошонда айырылғыһыҙ һәм ҡәҙимге атрибутҡа әйләнде. Ул Башҡортостандан ситтә лә билдәле — илдең төрлө төбәктәрендә республика вәкиллектәре биналары өҫтөндә елберҙәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә рәсми делегацияларыбыҙҙың юлдашы булып тора.