9 декабрь, Йома

25 февраль 2016 йыл, 11:14

«Салауат Юлаев» йәнә «Аҡ Барыҫ» командаһын еңде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 25 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә Гагарин кубогы-2016 көнсығыш сирек финалының икенсе уйынында «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ» командаһын 5:2 иҫәбе менән еңде.

Александр Логинов, Денис Бодров, Олег Сапрыкин, Николай Прохоркин һәм Денис Хлыстов дәғүәселәр ҡапҡаһына шайба индерҙе.

Сериялағы иҫәп — 2:0 һәм ул Ҡазанға күсә. 26 һәм 28 февралдә кәм тигәндә йәнә ике уйын уҙа.