6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2016 йыл, 17:30

Өфөлә Башҡорт асыҡ КВН лигаһының дүртенсе миҙгеле финалсылары асыҡланасаҡ

фото: Башҡорт асыҡ КВН лигаһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 27 февралдә Өфөлә, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының концерт залында (Менделеев урамы, 136/5, 9-сы корпус), 2015-2016 йылдар миҙгеленең Башҡорт асыҡ КВН лигаһының ярымфинал уйыны уҙа. «Гангстерҙар» (Өфө), «Өс-men» (Мәскәү), «Мыртый» (Ейәнсура районы), «Райком» (Учалы районы), «Дәрүиштәр» (Өфө), «Нөктә.ru» (Өфө) командалары «Шаяртыуҙан — хаҡлыҡҡа» темаһына сығыш яһаясаҡ. Командалар «Визитка», «Биатлон» һәм СТЭМ конкурстарында үҙҙәренең тапҡырлығын һәм зирәклеген күрһәтәсәк. Уйын йомғаҡтары буйынса дүртенсе миҙгел финалсылары билдәләнәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһын ойоштороуҙың төп маҡсаты — уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың ижади ҡеүәтен тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү, белем биреү учреждениеларын милли йәштәрҙең мәҙәниәтенә йәлеп итеү, уҡыусылар араһында башҡорт телен популярлаштырыу, башҡорт телендә КВН уйындарын ойоштороуҙың берҙәм системаһын булдырыу.

темалар: КВН