Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә предприятиелар экологияға зыян килтергән өсөн бюджетҡа 400 миллион һумдан ашыу аҡса түләгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан предприятиелары тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн түләү сифатында республика ҡаҙнаһына 400 миллион һумдан ашыу аҡса индергән, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһында Росприроднадзор идаралығы етәксеһе Юрий Дудников. Тағы ла 100 миллион һум самаһы федераль бюджетҡа йүнәлтелгән. Етәксенең мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ведомсто эшмәкәрлегенең иҡтисади һөҙөмтәлелеге бюджеттан идаралыҡты тәьмин итеүгә сарыф ителгән һәр һумға 118 һум тәшкил иткән. Предприятиелар ведомство дәғүәләре һәм бойороҡтары буйынса тәбиғәтте һаҡлау сараларын ғәмәлгә ашырыуға 3,4 миллиард һум аҡса йүнәлткән.

«Теләһә ниндәй сәнәғәт етештереүе экологияға кире йоғонто яһай. Зыянды кәметергә генә мөмкин. Беҙ ошо йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ, тәбиғәтте һаҡлау проекттарына күп аҡса бүләбеҙ. Әммә һөҙөмтә тиҙ генә күренмәйәсәк, шулай ҙа яҡын киләсәктә мотлаҡ ыңғай үҙгәрештәр буласаҡ», — тине «Башнефть» компанияһы президенты Александр Корсик.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть