3 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2016 йыл, 14:54

Өфөлә бәләкәй фатирҙарҙың уртаса хаҡы — 2 миллион һум самаһы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ғинуар айы йомғаҡтары буйынса Өфөлә майҙаны 32 квадрат метрлыҡ бәләкәй фатирҙар ҡиммәтләнгән. «Фатирҙар донъяһы» порталы аналитиктары илдең ҙур ҡалаларындағы беренсел һәм икенсел баҙар буйынса дөйөм мәғлүмәттәр менән бүлеште. Башҡортостандың баш ҡалаһы иң ҡиммәтле бәләкәй фатир хаҡы булған ҡалалар исемлегендә унынсы урын биләй.

Күсемһеҙ милек баҙарында бер бүлмәле фатирҙар һәм «студиялар»ға ихтыяж ҙур. Ҡағиҙә булараҡ, бәләкәй фатирҙың бер квадрат метры ҙур майҙанлы фатирҙарға ҡарағанда 5-10 процентҡа ҡыйбатыраҡ.

Иң ҡиммәтле бәләкәй фатирҙар Мәскәүҙә — 6 миллион һумдан ашыу. Санкт-Петербургта иһә 2,6 миллион һум тора. Владивосток бер бүлмәле фатирҙарҙың хаҡы буйынса төньяҡ баш ҡаланан ҡалышмай. Тәүге бишәү араһында Мәскәү өлкәһе (2,6 миллиондан ашыу) һәм Сорғот (2,2 миллион) та бар.

Иң «арзан» ҡалалар — Магнитогорск, Ставрополь, Новокузнецк, Барнаул һәм Киров — 1 миллиондан 1,2 миллион һумға тиклем.

Өфөлә бәләкәй фатирҙарҙың уртаса хаҡы — 2 миллион һум самаһы. Көрсөккә тиклемге осорҙа уларҙың хаҡы 3 миллион һумға етә ине.

Дөйөм алғанда, бәләкәй торлаҡ күсемһеҙ милек баҙары менән бергә арзаная, тип йомғаҡ яһай эксперттар. 2015 йылдың февраленән мониторингка индерелгән 62 ҡаланың 11-дә квадрат метр ҡиммәтләнгән, 51-дә иһә осһоҙланған.