Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Урал батыр» фольклор байрамы ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә «Туған телдәр аҙналығын» ябыу сараһы һәм «Урал батыр» байрамы уҙғарыла. Филологтарҙың осрашыу урыны итеп Башҡорт дәүләт педагогия университеты һайланған. Тантанала студенттар, мәктәп уҡыусылары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Байрамды М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова аса.

Осрашыуҙа «Туған телдәр аҙналығы 2016» сиктәрендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм призерҙарҙы бүләкләү сараһы була. Тантананың икенсе өлөшө «Урал батыр» фольклор байрамына арналған. «Урал батыр» эпосы — үҙенсәлекле тормош энциклопедияһы, боронғо башҡорттарҙың рухи, мәҙәни ҡиммәттәре һәм ғәҙәти ышаныуҙары хаҡында ата-бабалар тарихы. Эпосты шағирҙар, сәсәндәр телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшыра килгән.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты байрамды уҙғарыу урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Бында сәсәндәр мәктәбе эшләй, уны профессор, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкләй. Ошо мәктәптә уҡыусылар «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡыясаҡ. Шулай уҡ программаны «Ете ырыу» ансамбле башҡарыуындағы «Башҡорт сувениры» бейеүе биҙәйәсәк.

Байрам 25 февралдә БДПУ-ның 2-се корпусында үткәрелә. Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть