6 декабрь, Шишәмбе

24 февраль 2016 йыл, 12:25

Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара конкурс-фестиваленең һайлап алыу этабына әҙерлек бара

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12 мартта Өфөлә «Урал моңо» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара конкурс-фестиваленең һайлап алыу туры уҙа. Унда Башҡортостан башҡарыусылары ғына ҡатнаша. Финал «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә 26-28 майға билдәләнгән.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр 11 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына ғариза бирергә, шулай уҡ видеоклип, туған телдәге ике әҫәрҙең фонограммаһын һәм алдан һайлап алыу өсөн башҡарасаҡ телдә йырҙар тексын тапшырырға тейеш. Милли кейемдең булыуы мотлаҡ. Ғаризалар Өфө ҡалаһы, З.Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса ҡабул ителә. Телефон/факс: (347) 289-62-00. Электрон почта: gukrcnt@mail.ru. Положениены һәм ҡатнашыу өсөн ғаризаны бында күсереп алырға мөмкин.

«Урал моңо» конкурсы тәүге тапҡыр 1991 йылда башҡорт йәштәренең республика конкурс-фестивале булараҡ үткәрелә. 1995 йылда бәйге халыҡ-ара (шул уҡ йылда Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһынан «Алмасты» төркөмө Гран-приға лайыҡ була ) статусын ала һәм төрки йәштәрҙең халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестиваленә әүерелә. Конкурс-фестивалдең төп маҡсаты — төрки йәштәрҙең заманса милли музыкаль ижадын пропагандалау, төрки халыҡтарҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, төрки халыҡтары араһында мәҙәни милләт-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу, йәштәрҙең ялын ойоштороу.