9 декабрь, Йома

24 февраль 2016 йыл, 10:21

Рөстәм Хәмитов Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 24 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 23 февралдә Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.

Республика Башлығы Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа тере сәскәләр һалды.

– Ватанды һаҡлаусыларҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ. Тарихтан күренеүенсә, тәү сиратта көслө армия, Рәсәй дәүләтенең милли мәнфәғәттәрен ныҡлы яҡлау уның именлегенең һәм суверенитетының төп шарты булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов.