Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала легендар комбриг Муса Мортазинға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим иттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республиканың Милли музейында күренекле дәүләт эшмәкәре, легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ҡатнашыусылар 1921-1922 йылдарҙа Стәрлетамаҡта Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты урынлашҡан бинала Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ ҡуйырға, геройға бағышланған фильм төшөрөргә, фотоальбом сығарырға, Өфөлә һәм уның тыуған яғы Учалы районында һәйкәл асырға тигән тәҡдим индерҙе.

Фойела Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли музейҙың архивынан төҙөлгән фотокүргәҙмә һәм китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры Марат Ҡолшәрипов, тарих фәндәре докторы, профессор Салауат Күсимов, тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәмил Рәхимов, Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Әхмәҙиев, тарихсы, журналист Азат Ярмуллин, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов, «Любизар» 1-се башҡорт атлы полкы» хәрби-тарихи клубы идараһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов Муса Мортазиндың яҙмышы һәм эшмәкәрлеге хаҡында доклад менән сығыш яһаны.

Форумды ойоштороусы — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берлеге.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть