6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2016 йыл, 16:38

Өфөлә алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителгән – мэрия

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 2015 йылда Өфө ҡалаһы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡуйған алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеү буйынса бурысты үтәне. 20 февралдә ҡала Советы ултырышында баш ҡала мэры Ирек Ялалов ошо хаҡта хәбәр итте.

Биш йыл элек булдырылған 19 проблемалы йорт реестрынан һуңғы биналар сафҡа индерелгән. Алданған өлөшсөләргә бөтәһе дөйөм майҙаны 210 мең квадрат метрлыҡ 3 745 фатир тапшырылған.

Хәҙер ҡаланың картаһында яңы проблемалы нөктәләрҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау бурысы тора. Ошо маҡсатта Өфөлә интернет-ресурс әҙерләнгән. «Өфөләге төҙөлөштәр» проекты ҡала хакимиәте менән берлектә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты көсө менән эшләй башланы. Бында төҙөлөштөң нисек барыуын, төҙөүсе, уның рөхсәте бармы-юҡмы икәнлеген ҡарарға мөмкин.