10 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2016 йыл, 16:12

Баш ҡалала халыҡ һаны — 1 миллион 120 мең кеше

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2016 йылдың 1 ғинуарына Өфөлә халыҡ һаны 1 миллион 120 мең кеше тәшкил иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 18 мең 111 бала тыуған. 20 февралдә ҡала Советының сираттағы ултырышында ошондай мәғлүмәт яңғыраны.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, халыҡтың тәбиғи үҫеше 5209 кеше тәшкил иткән. 2008 йылдан алып республиканың баш ҡалаһында ошондай ыңғай тенденция һаҡлана.

темалар: халыҡ, тыуым