6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2016 йыл, 14:54

Өфө предприятиеларында уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 35 665 һум тәшкил иткән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Былтыр Өфөләге ҙур һәм урта предприятиеларҙа уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 2014 йыл менән сағыштырғанда ике процентҡа артҡан һәм 35 665 һум тәшкил иткән. Был миллионлы ҡалалар араһында дәүмәле буйынса алтынсы күрһәткес. 20 февралдә Өфө ҡалаһы округы Советының сираттағы ултырышында баш ҡала мэры Ирек Ялалов ошо хаҡта хәбәр итте.

2015 йыл республиканың баш ҡалаһы өсөн яҡшы күрһәткестәр менән тамамланды. Үҙебеҙҙә етештерелгән һәм оҙатылған продукция, иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ төрө буйынса башҡарылған эштәр һәм хеҙмәттәр күләме 900 миллиард һум тиерлек тәшкил иткән (2014 йылғы кимәлдән алты процентҡа күберәк). Ошо күләмдең дүрттән өс өлөшөн Өфөнөң ҙур һәм урта сәнәғәт комплексы предприятиелары тәьмин иткән.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡлап һатыу әйләнеше ғәмәлдәге хаҡтарҙа 2014 йылғы кимәлдән биш миллиард һумға күберәк. Халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме ете процентҡа артҡан.