10 декабрь, Шәмбе

20 февраль 2016 йыл, 14:20

«Башинформ» агентлығы хеҙмәткәре Башҡортостандың 25 билдәле кешеһе исемлегенә индерелгән

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башинформ» агентлығы хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист Игорь Савельев Башҡортостандың 25 билдәле кешеһе исемлегенә индерелгән. Ватанды Һаҡлаусылар көнө алдынан «Woman’s Day» интернет-порталы танылыу яулаған ир-егеттәрҙең исемлеген төҙөгән.

Рейтингка дирижер Владимир Спиваков, «ДДТ» төркөмө лидеры  Юрий Шевчук, йырсы Илдар Абдразаҡов, «Формула-1» уҙышсыһы Даниил Квят, йырсы, «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов, актер Матвей Зубалевич, Милли хоккей лигаһы ҡапҡасыһы Андрей Василевский, «Пицца» төркөмө лидеры Сергей Приказчиков, саксофонсы Олег Кирәев, визажист Сердар Камбаров, режиссер Роман Кәримов, биатлонсы Максим Чудов, ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм башҡа сәнғәт, спорт, мода йондоҙҙары ингән.

Үҙеңдең кумирың өсөн сайтта тауыш бирергә мөмкин.