9 декабрь, Йома

20 февраль 2016 йыл, 12:07

Башҡортостанда Евразия Workout Фестивале уҙғарыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2016 йылда Башҡортостанда Евразия Workout Фестивален уҙғарыу планлаштырыла. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа граждандарҙы ҡабул итеү барышында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге аспиранты Алмаз Ғатауллин хәбәр итте.

Ул республика етәксеһенә «Workout Башкортостан» йәштәр спорт хәрәкәтенә фестивалде үткәреүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән хәрәкәт 2012 йылда үҙ эшен башлай. Һуңғы өс йылда республикала 10 спорт майҙансығы төҙөлгән, 30 сара ойошторолған.

Евразия Workout Фестивален уҙғарыу өсөн аҡсаны фандрайзинг ярҙамында йыйырға ниәтләйҙәр. Ярыштарҙың программаһы урамдағы спорт майҙансыҡтарында күнекмә яһауҙы күҙ уңында тота. Май айынан республика ҡала һәм райондарында һайлап алыу турҙары ойошторола, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Украина төбәктәренән 15 спортсы ҡатнашлығындағы финал сентябрҙә Өфөлә үтә. Бында ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү буйынса Рәсәй рекордын ҡуйырға ниәтләйҙәр.

– Рекордтар – үҙмаҡсат түгел. Иң мөһиме, ошо спорт төрө менән шөғөлләнһендәр, – тине Рөстәм Хәмитов. – Уны барыһы ла эшләй ала.

Республика етәксеһе бер спорт майҙансығының хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Ул 150-200 мең һумға төшә, тип хәбәр итте Алмаз Ғатауллин.

Рөстәм Хәмитов әүҙем ағзаларҙың идеяһын хупланы һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа вице-премьер Марат Мәһәҙиев менән бергә хәрәкәткә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.

темалар: workout, бр башлығы