6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2016 йыл, 11:23

«Башнефть» компанияһын хосусилаштырған осраҡта ул һөҙөмтәлерәк буласаҡ, әммә төбәк ҡарамағындағы пакетты һатыу дөрөҫ түгел — Александр Корсик

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһын хосусилаштырған осраҡта ул һөҙөмтәлерәк буласаҡ, әммә хәҙер Башҡортостан ҡарамағындағы пакетты һатыу дөрөҫ түгел, тип нефть компанияһы президенты Александр Корсиктың һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс» агентлығы.

«Мин шәхси компаниялар яҡлы. Улар дәүләттекенә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк. Мин акцияларҙы һатыуға ҡаршы түгел, бөтә мәсьәлә — ҡасан, ниндәй күләмдә, ниндәй шарттарҙа», — тине компания башлығы Башҡортостан юлдаш телеканалына.

Башҡортостан ҡарамағындағы акциялар пакетына килгәндә, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың фекере менән килешәм, тип белдерҙе Александр Корсик. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер акциялар пакетын һатыу дөрөҫ түгел, сөнки ул төбәккә дивидендтар рәүешендә даими аҡса ағымын гарантиялай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов республика властары компанияның 25 процент плюс 1 акцияһын Башҡортостан милкендә ҡалдырыу яҡлы булыуын белдерҙе.

«Беҙҙең позиция – һатмаҫҡа, ошо йәһәттән һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа. Беҙ үҙебеҙҙең пакетты һатыу буйынса бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр алып бармайбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.