6 декабрь, Шишәмбе

20 февраль 2016 йыл, 10:25

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм районда йәшәүсе кешеләр мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.

Өфөләр республика Башлығына Яңы Максимовка биҫтәһендәге транспорт тураһында һөйләне. Уларҙың һүҙҙәренсә, биҫтәлә йәмәғәт транспорты уңайлы түгел, юлдар, тротуарҙар тейешенсә яҡтыртылмай. Мәктәп һәм поликлиниканың Максимовка ҡасабаһында урынлашыуын иҫәпкә алғанда, коляскалы әсәләр һәм уҡыусылар бысраҡ юл ситенән барырға мәжбүр. 217-се маршрут һирәк йөрөй һәм киске сәғәт 8-ҙә эшен тамамлай. Бынан тыш, ҡала хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, маршрутта эшләгән транспорт компанияһының пассажирҙар ташыуға хоҡуғы юҡ. Хәҙер биҫтәлә 2 000 кеше йәшәй, етемдәр, пенсионерҙар, инвалидтар өсөн социаль торлаҡ бүленә. Өҫтәүенә Яңы Максимовкала балалар баҡсаһы юҡ, Максимовка ҡасабаһындағы балалар поликлиникаһы иһә авария хәлендә. Юл инфраструктураһын үҫтереү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар Спивак һәм Староторфяная урамдарын берләштерергә тәҡдим итте, был автобустарҙың түңәрәк хәрәкәтен ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Владимир Нагорныйға һәм ҡала мэры Ирек Ялаловҡа биҫтәне транспорт менән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләһен өйрәнергә, Яңы Максимовканы төҙөкләндереү буйынса саралар комплексын эшләргә ҡушты.

Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылында йәшәүсе республика Башлығына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләгә шәхси йорт төҙөү өсөн бүленгән ер участкаһын рәсмиләштереүҙә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Ошо ауылда йәшәүсе башҡа кешеләр ҙә шундай хәлдә ҡалған. 20 йыл элек ауыл биләмәһен межалау менән шөғөлләнгән компания хата ебәргән. Һөҙөмтәлә йорттар төҙөлгән реаль ер участкаларының сиктәре межалау планына тап килмәй. Шуға бәйле яңы ер участкаларын булдырыу туҡтатылған.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа һәм Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтовҡа мәсьәләне хәл итеү өсөн ентекле саралар күрергә ҡушты.

– Халыҡ менән ошондай осрашыуҙар бик мөһим. Кешеләр донъяны нисек бар, шулай күрә. Улар дөрөҫөн әйтә. Шуға ла мин шундай эш алып барам. Киләсәктә лә быны дауам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрәсәкбеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.