10 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2016 йыл, 18:03

Башҡортостанда Изге Валентин көнөнә альтернатива уйлап табылды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда Изге Валентин көнөнә альтернатива барлыҡҡа киләсәк. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы»ның Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе «Етегән» исемле яңы байрам булдырыу башланғысы менән сығыш яһаны. Уны яҙҙың тәүге көнөндә билдәләргә ниәтләйҙәр.

Байрамдың исеме осраҡлы һайланмаған. Ул ете ҡыҙ хаҡындағы риүәйәткә бәйле. Ошо легенданың варианттары бик күп. Ырыуын яҡлау өсөн ҡулдарына ҡорал алған ҡыҙҙар, һәләк булғас, күккә артылған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар.

Байрам сиктәрендә Стәрлетамаҡта иң яҡшы ҡотлау открыткаһына конкурс уҙғарыла. А.Инан исемендәге башҡорт-татар әҙәбиәте үҙәгендә «Башҡорт шиғриәте. Мөхәббәт тураһында шиғырҙар» әҙәби кафеһы эшләйәсәк. Театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда бейеү флешмобы һәм «Етегән» мәҙәни-күңел асыу программаһы ойошторола.

Байрамдың маҡсаты — тарихи хәтергә, башҡорт мәҙәниәтенә ылыҡтырыу аша әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен булдырыу, ғаилә ҡороуға һәм уны нығытыуға ярҙам итеү, йәш быуынға әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү.

темалар: байрамдар