10 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2016 йыл, 17:20

Германияла ике башҡорт фильмы ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Германияның Лейпциг ҡалаһында Насур Юрушбаевтың «Атайымдың тауышы» һәм «Ике тотҡон: Жәүит менән Вальтер» документаль фильмдары күрһәтелде. Сараны Йәһүдтәрҙең ижтимағи үҙәге һәм фильмдарҙың авторы — Германияла йәшәүсе башҡорт режиссеры Насур Юрушбаев ойошторҙо.

«Фильмдарҙы ҡарарға абруйлы кешеләр — докторҙар, профессорҙар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, матбуғат вәкилдәре килде. Кинотаҫмалар бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы. Фильмдар тамамланғас та башланған ҡыҙыу бәхәстәр ошо хаҡта һөйләй. Был үҙем өсөн дә көтөлмәгән хәл булды», — тип һөйләне Насур Юрушбаев.

Тамашасылар фильмдарҙың сифатын, йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне һәм режиссерға бүләктәр бирҙе.

«Ике тотҡон: Жәүит менән Вальтер» фильмы былтыр Насур Юрушбаевтың Германиялағы «Gaina Media» студияһы менән берлектә «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Режиссер тотҡонға эләккән немец менән башҡорттоң тормошон сағыштырып һүрәтләй.

Ике фильм да 2014 һәм 2015 йылдарҙа халыҡ-ара «Көмөш Аҡбуҙат» милли һәм этник кино фестивалендә ҡатнашты.

темалар: кино