Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡаланың 21-се дауаханаһы — Рәсәйҙең иң яҡшы биш медицина учреждениеһы иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы Рәсәйҙең иң яҡшы биш дәүләт медицина учреждениеһы иҫәбенә инде — ул рейтингта бишенсе урынды биләне, тип хәбәр итә Yell.ru баһалар һәм тәҡдимдәр сервисы.

Эксперттар ҡулланыусыларҙың баһаһы буйынса илебеҙ ҡалаларындағы дауаханалар һәм поликлиникалар рейтингын төҙөгән. Бөтәһе 65 ҡала һайлап алынған. Рейтингка 20-һе генә эләккән, әммә Мәскәүҙең медицина учреждениелары исемлектә юҡ.

Краснодар крайының профессор Очаповский исемендәге 1-се клиник дауаханаһы беренсе урынды алды. Икенсе урында — Санкт-Петербургтың Соколов исемендәге 122-се клиник дауаханаһы, өсөнсөлә — Һарытауҙың Миротворцев исемендәге клиник дауаханаһы. Тольятти ҡалаһының 3-сө клиник поликлиникаһы дүртенсе урынды биләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть