4 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2016 йыл, 15:37

Өфөлә технополистың тәүге бүлеге БДУ майҙандарында ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфөлә технополистың беренсе корпусы Башҡорт дәүләт университеты майҙандарында булдырыла. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фән буйынса Совет ултырышы йомғаҡтары буйынса хәбәр итте.

– Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты биналарының бер өлөшө республика милкенә тапшырыла. Унда яҡынса 40 мең квадрат метр буласаҡ. Беҙ ошо бинаны төҙөкләндереүгә, яңыртыуға тотонабыҙ, бының өсөн аҡса бар. Әйткәндәй, улар нефть продукттарын ташыу буйынса ғилми-тикшеренеү институтын һатыуҙан килгән аҡса. Йыл ярымдан технополистың был өлөшө эшләй башлар тип уйлайым.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ла үҙенең биләмәһендә технополис бүлеген урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарай.

– Өфө нефть университеты үҙ майҙанында тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ биләмә булдырырға тәҡдим итә. Шул иҫәптән «Башнефть», беҙҙең нефть, газ компаниялары өсөн, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әйткәндәй, нефть университеты терәк университет статусын алды. Бынан тыш, «Газпром» өсөн дә терәк университет булып тора. Бер саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан «Башнефть» ошо йәһәттән бик һүлпән. «Башнефть» компанияһын нефть университеты менән эшләргә «мәжбүр итергә» кәрәк.  

Республика Башлығы фән менән етештереү араһында өҙөклөктө бөтөрөү өсөн технополисты тиҙерәк сафҡа индерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Фән, мәғариф сәнәғәт предприятиелары менән берлектә эшләргә тейеш. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең сәнәғәтселәр төрлө сәбәптәр арҡаһында сит ил продукцияһына өҫтөнлөк бирә. Улар фәнни йүнәлештәрҙе үҫтереү, яңы технологиялар булдырыу менән ҡыҙыҡһынмай. Уларҙың барыһы ла һәйбәт: яҡшы эш хаҡы, заводтар, предприятиелар, ҡоролмалар эшләй, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул уҡ ваҡытта юғары уҡыу йорттары бик күп белемле белгестәр әҙерләй. Был өҙөклөк кисә генә түгел, байтаҡ йылдар элек барлыҡҡа килгән. Уны технополистар аша ҡыҫҡартырға кәрәк. Бөгөн беҙ ошондай майҙансыҡ төҙөйбөҙ.

темалар: фән, бр башлығы