11 декабрь, Йәкшәмбе

19 февраль 2016 йыл, 14:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 февралдә Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты. Осрашыу барышында палатаның былтырғы эш йомғаҡтары һәм Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәген булдырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Ольга Панчихина 2015 йылда Башҡортостанда гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенең торошо тураһында доклад менән сығыш яһаны, республикала Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәген булдырырға тәҡдим итте.

– Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың күбеһе үҙаллы ойошторола һәм үҙҙәренең йүнәлештәренә нигеҙ һалыусы булып тора. Ләкин уларҙы туплаусы берҙәм ресурс үҙәге кәрәк, – тип билдәләне ул. – Һуңғы өс йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Быйыл республиканан Президент гранттарына 425 ғариза бирелде, шуларҙың 21-е еңеп сыҡты. 2013 йылда 120-нән ашыу ғариза ебәрелгән, 15-е еңеү яулаған, был иһә сифаттың юғары булыуы хаҡында һөйләй. Шуға күрә ресурс үҙәге мәғлүмәт ярҙамы өсөн кәрәк.

Рөстәм Хәмитов Йәмәғәт палатаһының республика тормошондағы әһәмиәтен билдәләне.

– Ошо мөһим орган йәмәғәт, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың көсөн бергә тупларға мөмкинлек бирә. Һеҙ ҙур эштәр башҡараһығыҙ һәм ҡатмарлы процестарҙы көйләйһегеҙ, – тине республика Башлығы. – Бик күп кешеләр Йәмәғәт палатаһы аша дөрөҫ, кәрәкле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға йәлеп ителә. Киләсәктә һеҙҙең менән бергәләп эшләйәсәкбеҙ.

Республика етәксеһе фекеренсә, яңы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың барлыҡҡа килеүе гражданлыҡ йәмғиәте үҫешендә ыңғай сағыла.

– Беҙҙең бурыс – кешеләр үҙҙәрен хужа итеп тойһон өсөн үҙ-үҙен көйләүсе мөхит булдырыу. Муниципалитеттарҙа, ҡала округтарында мөһим ҡарарҙарҙы етәкселәр түгел, халыҡ ҡабул итергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ошо йәһәттән Йәмәғәт палатаһы ҙур эш башҡара. Аңлашыла, гранттар алырға кәрәк, кешеләр бөтә йүнәлештәрҙә үҫешергә тейеш. Әммә был – икенсе мәсьәлә. Тәү сиратта йәмғиәт фекерен тыуҙырыу, халыҡты дөрөҫ эшкә йәлеп итеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү шарт.