3 декабрь, Шәмбе

19 февраль 2016 йыл, 13:05

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендә федераль тикшеренеү үҙәге булдырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу сиктәрендә унда Өфө федераль тикшеренеү үҙәге булдырыла. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усейн Джемилев ойошманы үҙгәртеп ҡороу проектын тәҡдим итте.

– Өфө ғилми үҙәге 14 институттың эшмәкәрлеген ойоштора. Учреждениела мең ярымдан ашыу кеше эшләй, шуларҙың яртыһынан ашыуы – ғилми хеҙмәткәрҙәр. Бында байтаҡ билдәле фәнни мәктәптәр барлыҡҡа килгән. Халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге ҡаҙаныштар, әҙер инновацион проекттар бар, – тине, ултырышты асып, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Былтырҙан алып Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу, унда федераль тикшеренеү үҙәген булдырыу эше әүҙем бара. Беҙ ошо һорау буйынса Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығы етәкселеге менән осраштыҡ.

Усейн Джемилев һүҙҙәренсә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәген булдырыуҙың маҡсаты – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың етештереү һәм социаль-иҡтисади көстәрен комплекслы үҫтереү мәнфәғәтендә дәүләттең һәм кешенең йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең составына Ботаника баҡсаһы-институты, Геология Институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Математика институты, Р.Р.Мәүлитов исемендәге Механика институты, Нефть химияһы һәм катализ институты, Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты, Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге поликлиникаһы инде. Академия институттарын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге филиалдарына үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ уларҙа 9 яңы дисциплина-ара интеграцияланған структура булдырыу күҙ уңында тотола.

Усейн Джемилев Өфө федераль тикшеренеү үҙәген Башҡортостандың ғилми-техник киңлегенә берләштереү тураһында ла һөйләне һәм нефть химияһы, агросәнәғәт комплексы өсөн перспективалы асыштар менән таныштырҙы.

Республика Башлығы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге рәйесенең проектын хупланы һәм бөгөнгө иҡтисади хәлдә үҙәкте үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген билдәләне.

темалар: фән, бр башлығы