9 декабрь, Йома

19 февраль 2016 йыл, 12:02

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 18 февралдә Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышын үткәрҙе. Унда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген үҙгәртеп ҡороу һәм Башҡортостандың технологик башланғысын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, Совет властың, ғилми берләшмәнең һәм эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эш итеүен координациялау, конструктив ҡарарҙар әҙерләү өсөн булдырылған. Рөстәм Хәмитов Советтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле бер нисә төп алымды билдәләне. Мәҫәлән, фән автономлы, дәүләт һәм йәмғиәт алдында торған бурыстарҙан айырым үҫешә алмай. Ул кешенең мәнфәғәттәренә йүнәлтелергә, уның мөмкинлектәрен киңәйтеүгә, йәшәү сифатын яҡшыртыуға эшләргә тейеш. Тап шуға ла тар махсуслаштырылған тармаҡ ғилми эҙләнеүҙәренән интеграцияланған дисциплина-ара фәнгә әүҙемерәк күсергә кәрәк.

Төбәк Башлығы фәндең һәм етештереүҙең, шул иҫәптән импортты алмаштырыу өлкәһендә тығыҙыраҡ берләшеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Әле республикала нефть һәм газ химияһы, машина эшләү, геофизика, 3D-прототиплау, сәнәғәт роботтары кластерҙары үҫешә. Технополис булдырыу процесы башланған, унда фән менән шөғөлләнергә, предприятиеларға үҙеңдең асыштарыңды тәҡдим итергә, уларҙың заказын үтәргә мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ғилми, инновацион һәм инжиниринг ойошмаларын урынлаштырыу өсөн Фән һәм технологиялар йортон асыу мәсьәләһе тикшерелә.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Советтың бурыстары – ғилми коллективтарҙы дәртләндереү буйынса сараларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү. Шуның менән бергә ғилми ойошмаларға ярҙам адреслы булырға тейеш.

темалар: фән, бр башлығы