9 декабрь, Йома

19 февраль 2016 йыл, 10:36

Бөгөн республиканың киң мәғлүмәт саралары Рәсәйҙә лайыҡлы урын биләй — Борис Мелкоедов

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 18 февралдә Өфөлә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Сараға республика киң мәғлүмәт сараларының 142 вәкиле — баш мөхәррирҙәр, баҫма матбуғат редакциялары, телевидение һәм радио, интернет баҫмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Коллегияла ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сәләмләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов уҙған йылға йомғаҡ яһаны һәм ағымдағы йылға бурыстар билдәләне.

«2015 йылда бик күп сараларҙы мәғлүмәти яҡтан яҡтырттыҡ. Улар араһында ШОС һәм БРИКС саммиттары мөһим урын биләй. Был республика киң мәғлүмәт саралары өсөн иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Сара, республика тураһында ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙыҡ тип иҫәпләйем. Саммиттар беҙҙең өсөн яҡшы имтихан булды һәм тәжрибә тупларға, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре һәм сит илдәрҙәге коллегаларыбыҙҙың эшен күҙәтергә мөмкинлек бирҙе», — тине Борис Мелкоедов.

Ул шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлауҙарҙы һәм бюджетҡа һалымдар түләү буйынса мәғлүмәт кампанияһын яҡтыртыуҙа киң мәғлүмәт сараларының ролен, тармаҡтың төп  күрһәткестәрен билдәләне һәм мәғлүмәт хәрәкәте схемаһын күрһәтте. Борис Мелкоедов йыйылыусыларҙы 2015 йылда республиканың Матбуғат агентлығы үткәргән социологик һорау алыу мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.

«Бөгөн республиканың киң мәғлүмәт саралары Рәсәйҙә лайыҡлы урын биләй. Башҡортостан юлдаш телеканалы Беренсе канал һәм «Рәсәй», НТВ телеканалдарынан ҡала республикала популярлыҡ буйынса дүртенсе урында килә. TNS Рәсәй мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Рәсәйҙең иң ҡыҙыҡлы төбәк телеканалдарының береһе булып тора, улар араһында бишенсе урында. Сағыштырыу өсөн: ТНВ (Ҡазан) 19-сы урын биләй, 31-се канал (Силәбе) – 15-се, ОТВ (Екатеринбург) 8-се урында. Башҡортостан әүәлгесә илебеҙҙең иң күп уҡыған төбәге. Яндекс һәм Медиалогия мәғлүмәттәре буйынса, «Башинформ» агентлығы яңылыҡтары башҡа киң мәғлүмәт сараларында киң файҙаланыла», — тип белдерҙе агентлыҡ етәксеһе.

Коллегияла «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры Ғәлим Яҡупов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто» ДУП-һы генераль директоры Венера Хәкимова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы генераль директоры Максим Ульчев, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко, «Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите мөхәррире Әлфирә Кәримова сығыш яһаны.

Коллегия ултырышы аҙағында агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов министрлыҡ һәм ведомстволарҙың матбуғат секретарҙары менән осрашты.