Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан ваҡлап һатыу әйләнеше буйынса — Рәсәйҙә тәүге унау исемлегендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

2015 йылда Башҡортостан халҡы ваҡлап һатыу магазиндарында 784,5 миллиард һумдан ашыу суммаға тауарҙар һатып алған (сағыштырыу өсөн: күмәртәләп һатыу әйләнеше — 592 миллиард, йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше — 30 миллиард). Ошо күрһәткес буйынса республика илдә — һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе урын биләй. Ошондай һандар килтерҙе Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов.

Ыңғай статистикаға ҡарамаҫтан, былтыр ҡулланыу һиҙелерлек кәмегән. Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың реаль килеме биш процентҡа төшкән. Былтыр автомобилгә, аудио- һәм видеотехникаға, компьютерға, аяҡ кейеменә, йорт йыһазына һорауҙың кәмеүе күҙәтелгән. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, балыҡ һәм диңгеҙ ризыҡтары, ит консервалары, он һатыу кәмегән.

Теги: сауҙа
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть