8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2016 йыл, 16:50

Республикала йыл һайын эшләүсе пенсионерҙарҙың һаны арта

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда йыл һайын эшләүсе пенсионерҙарҙың һаны арта. 18 февралдә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Ленара Иванова ошо хаҡта белдерҙе.

«Торлаҡҡа түләү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ түләүҙәр һәм компенсациялар һәм пенсияға өҫтәмәләр, ветерандарҙың айырым категориялары өсөн уларҙың күләме 700-ҙән биш мең һумға тиклем тәшкил итә, өлкән йәштәгеләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең мөһим саралары булып тора, — тип билдәләне министр. — Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе эшләүҙәрен дауам итә, уларҙың һаны йыл һайын арта бара. 2015 йылда 400 мең самаһы эшләүсе пенсионер иҫәпләнгән (дөйөм һандан 33 процент). Сағыштырыу өсөн: 2005 йылда — 188 мең (19 процент)».

Былтыр төбәктең мәшғүллек хеҙмәтенә ике меңдән ашыу пенсионер мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 1,5 меңе эшкә урынлаштырылған, 100-гә яҡын кеше һөнәри белем алыуға йүнәлтелгән.

Эшләмәүсе оло йәштәгеләргә килгәндә, министр әйтеүенсә, улар ҙа йәмғиәттең әүҙем һәм тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып ҡалырға теләй.

«Өлкән быуын вәкилдәре араһында халыҡ университеттары бик популяр. Беҙ 70 меңдән ашыу кешене уҡыттыҡ. Һуңғы биш йылда ошо программаны тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 35 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, — тип һөйләне Ленара Иванова. — Был башланғысты башҡа ҡала һәм райондарҙа ла күтәреп алдылар, урындарҙа әүҙем оҙон ғүмерҙе оҙайтыу буйынса программалар әҙерләнде».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, министр хеҙмәт мөнәсәбәттәре, эшһеҙлек, хеҙмәт хаҡы мәсьәләләренә туҡталды.