8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2016 йыл, 16:01

Өфөлә рус теле буйынса бушлай курстарҙа Тоталь диктантҡа әҙерләнергә мөмкин

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә рус теле буйынса бушлай курстарҙа «Тоталь диктант» халыҡ-ара акцияһына әҙерлек башлана. Һәр кесаҙна һайын ойоштороласаҡ курстарға теләгән һәр кем йөрөй ала.

Беренсе дәрес 25 февралдә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 3-сө корпусында үткәрелә. Адресы: Октябрь революцияһы урамы, 3а, 401-се аудитория. Киске сәғәт 7-лә башлана.

Курстар акцияға тиклем дауам итә, һуңғыһы 14 апрелдә ойошторола. Үҙең менән дәфтәр, ручка алырға кәрәк.

Быйыл республикала Тоталь диктант 16 апрелдә уҙғарыла. Акцияның маҡсаты — һәр кешегә рус теленән белемен тикшереп ҡарау мөмкинлеге биреү һәм грамоталылыҡты күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. 12 йыл эсендә Тоталь диктант халыҡ-ара ҙур ваҡиғаға әүерелде. 2015 йылда акция Рәсәйҙең һәм донъяның 549 ҡалаһында уҙҙы, унда 108 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Акцияны ойоштороусылар — «Тоталь диктант» граждандарҙың тел мәҙәниәтенә ярҙам фонды.