10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2016 йыл, 15:25

Владимир Путин төбәк парламентарийҙарының закон сығарыу башланғысын хупланы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тәҡдим иткән «Коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектына ҡул ҡуйҙы. Новелла 2016 йылдың 26 февралендә үҙ көсөнә инә.

Закондың ғәмәлдәге редакцияһында федераль һәм төбәк дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ҡулланылған тыйыуҙар һәм сикләүҙәр айырыла. Дөйөм алғанда, уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары бер үк, әммә федераль чиновниктар өсөн «башҡа» тигән графа бар. Унда өҫтәмә сикләүҙәр инә. Башҡортостан парламентарийҙарының закон сығарыу башланғысы төбәк дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн дә шундай графа индереүҙе күҙ уңында тота. Шулай итеп, варианттар бөтөрөлә, федераль һәм төбәк чиновниктарына бер үк талаптар ҡуйыла.

«Беҙҙең тәҡдимдәрҙе хуплауҙары бик ҡыуаныслы. Ошо Федераль законды ҡабул итеү коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн хоҡуҡи шарттар булдырыуға ҡайтып ҡала. Төҙәтмәләр кешенең хоҡуғын һәм иркен боҙмай, Конституцияның бөтә нормаларына тап килә», — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.