5 декабрь, Дүшәмбе

18 февраль 2016 йыл, 14:48

Республикала йәшәүселәр эконом форматлы кафеларға өҫтөнлөк бирә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының әйләнеше 2014 йыл менән сағыштырғанда 25 процентҡа кәмегән, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Рөстәм Камалетдинов. Былтыр йәмәғәт туҡланыуы әйләнеше 30 миллиард һум, йәғни бер кешегә 7,5 мең һум тәшкил иткән. Ошо мәғлүмәттәр буйынса республика Волга буйы федераль округында — икенсе һәм Рәсәйҙә унынсы урын биләй.

Башҡортостанда 7380 йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһы эшләй. Һуңғы өс йылда эконом форматлы предприятиеларҙың өлөшө 35 процентҡа артҡан, ә ҡайһы бер ресторандар арзан хаҡлы кафеларға үҙгәртеп ҡоролған. Көрсөккә ҡарамаҫтан, индустрия үҫешеүен дауам итә. Былтыр төбәктә 102 яңы нөктә асылған: 30-ы — Өфөлә, 8-е — Салауатта, етәүһе — Нефтекамала, алтауһы Күмертауҙа, өсәүһе Сибайҙа, башҡа ҡала һәм райондарҙа бер-ике предприятие.  

«2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары тармаҡтың үҫешенә йоғонто яһаны. Яңы, шул иҫәптән «Holiday Inn», «Hilton Garden Inn Ufa», «Sheraton», «Hampton by Hilton», «Атола» ҡунаҡханаларында 894 урынлыҡ донъя кимәлендәге һигеҙ ресторан һәм 190 урынлыҡ дүрт бар асылды», — тине Рөстәм Камалетдинов.