11 декабрь, Йәкшәмбе

18 февраль 2016 йыл, 14:07

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайҙары конкурсының финалсылары билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәү һылыуҡайы» конкурсының һайлап алыу туры уҙҙы. Финалға Гөлзифа Тутманова, Миләүшә Таһирова, Юлиә Әбүбәкирова, Регина Раянова, Әлфирә Торсонбаева, Фәйрүзә Әбсәләмова, Гүзәлиә Байегетова, Аҡйондоҙ Сараева, Илнара Ниязғолова, Айгөл Аллағолова сыҡты. Уларҙың барыһы ла Мәскәүҙең техник юғары уҡыу йорттарында белем ала. Ҡайһылары уҡыуҙан буш ваҡыттарында «Алтын Ай» һәм «Йыһан» төркөмдәрендә бейей.

Бәйгене ойоштороусылар һөйләүенсә, кастингта Мәскәүҙә йәшәгән башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашҡан. Улар үҙҙәре менән таныштырған, ижади һәләттәрен күрһәткән. Жюри ағзалары һылыуҙарҙың тышҡы ҡиәфәтенән тыш, туған телен белеүенә, артислыҡ һәләттәренә лә иғтибар иткән .

«Ҡатнашыусыларҙы һайлап алыуы еңелдән булманы, — тине конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Гүзәлиә Мырҙағәлина. — Барыһы ла финалда сығыш яһауға лайыҡ, һәр береһе үҙенсәлекле. Быйыл сәхнәлә үҙҙәренең сибәрлеген раҫларға теләүселәр уҙған йылдарға ҡарағанда күберәк булды».

Бәйгенең финалы 5 мартта уҙа. Һылыуҡайҙар аҫыл таштарҙан яһалған таж өсөн көс һынашасаҡ. Мәскәүҙең иң сибәр башҡорт ҡыҙы республика матурлыҡ бәйгеһендә илебеҙҙең баш ҡалаһы исеменән сығыш яһаясаҡ.

Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Бәйгене ойоштороусылар — Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы республикабыҙ студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.