9 декабрь, Йома

18 февраль 2016 йыл, 12:40

Башҡортостанда «Реаль эштәр» партия проектына 150 миллион һум бүленәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Быйыл Башҡортостанда «Реаль эштәр» партия проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Һайлаусылар наказдарын үтәү өсөн республика ҡаҙнаһынан 150 миллион самаһы аҡса бүленәсәк. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Халыҡ партия ярҙамында хәл итергә мөмкин булған иң киҫкен мәсьәләләрҙе билдәләй. Төрлө кимәлдәге депутаттар корпусы эшкә ҡушыла.  Ғәмәлгә ашырыу өсөн бюджет, шулай уҡ шәхси аҡса йәлеп ителә. Берлектә финанслау өҫтөнлөклө һанала.

Бөгөнгә 900 ғаризаның барыһы ла тиерлек бойомға ашырылған. Проект сиктәрендә муниципалитеттарҙы төҙөкләндереү, һыу үткәргестәр төҙөү, ауыл клубтарын һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлау, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү, мәктәп һәм балалар баҡсаларын ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре хәл ителде. Проекттың бюджеты яҡынса 220 миллион һум тәшкил иткән. Күпселек өлөшө — 150 миллион һум самаһы — республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Ҡалған өлөшө берлектә финанслау формаһында муниципалитеттарҙан һәм төбәк халҡынан йәлеп ителгән.  

Төрлө төҙөлөш һәм ремонт эштәренә 90 миллион һум самаһы тотонолған, мәғарифҡа — 27 миллион, төҙөкләндереүгә һәм һыу менән тәьмин итеүгә — 25-шәр миллион, юл эштәренә — 15 миллиондан ашыу, ауылдарҙа электр, газ үткәреүгә 9 миллион самаһы аҡса йүнәлтелгән.

Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә 26 февралдә республикала Берҙәм «Реаль эштәр» көнө уҙғарыла. Ҡала һәм райондарҙа спорт һәм байрам саралары ойошторола.