5 декабрь, Дүшәмбе

18 февраль 2016 йыл, 11:36

Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетының стратегик үҫеш департаменты етәксеһе Руслан Хисаметдинов менән осрашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 17 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетының стратегик үҫеш департаменты етәксеһе Руслан Хисаметдинов менән осрашты. Осрашыу барышында төбәктә мәғариф системаһын үҫтереү мөмкинлектәре, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетының «Иннопрактика» компанияһы менән берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

– Бөгөн мәғариф системаһында яңы технологияларға ынтылыш бар. Аңлашыла, университеттарҙа элеккесә уҡытыу дауам итә, студенттар менән дә элеккесә эшләйҙәр. Әммә заман икенсене талап итә. Беҙгә яңы белем биреү формалары кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Руслан Хисаметдинов М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағында эшләүсе «Иннопрактика» компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.

– «Иннопрактика» компанияһы менән ҡараштарыбыҙ тап килә. Ул «Һанлы платформа» электрон белем биреү системаһын әҙерләй. Хәҙер был система мәктәпкә һәм Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек өсөн тулыландырылған, башҡа программалар ҙа буласаҡ, – тип һөйләне ул. – Яҡын арала электрон белем биреү системаһын ғәмәлгә индерергә ниәтләйбеҙ, ул быйыл яҙ балаларға рус теле һәм математика, мотлаҡ предметтар буйынса БДИ-ға яҡшыраҡ әҙерләнергә ярҙам итәсәк. Был курстар Мәскәү дәүләт университетында әҙерләнде, быйыл улар Мәскәүҙә һәм Өфөлә һынау үтәсәк.

Өфө дәүләт авиация техник университеты вәкиле Өфөнөң 153-сө лицейында эксперименталь класс ойошторорға тәҡдим итте.

«Иннопрактика» компанияһы 2012 йылдың декабрендә ойошторолған. Ул  М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Милли интеллектуаль резерв үҙәген, «Милли интеллектуаль үҫеш» студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғилми эшмәкәрлегенә ярҙам фондын берләштерә. Фондтың ойоштороусыһы — М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты.

Әлеге ваҡытта «Милли интеллектуаль үҫеш» студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың ғилми эшмәкәрлегенә ярҙам фонды, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проекты өҫтөндә эш алып барыла. Башҡортостан – килешеү төҙөү планлаштырылған беренсе төбәк.