10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2016 йыл, 10:29

Быйыл сәсеү кампанияһы республикаға 7,7 миллиард һумға төшәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Быйыл Башҡортостанда сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн сығымдар 7,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексының 2015 йылдағы эшмәкәрлегенә, 2016 йылға бурыстарға һәм яҙғы сәсеү эштәренә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

– Яңы ауыл хужалығы йылы башлана. Алда – сәсеү кампанияһы. Быйыл ул 7,7 миллиард һумға төшәсәк. Был былтырғыға ҡарағанда 15 процентҡа күберәк, – тине төбәк етәксеһе. – Яғыулыҡ-майлау материалдарына 1,5 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Яҙғы сәсеү эштәренә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 1,5 миллиард һум йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. 3,5 миллиард һумды банктан бурысҡа алырға тура киләсәк. Аҡса етергә тейеш.

Республика Башлығы билдәләүенсә, быйыл аграрийҙарҙың бурысы – ауыл хужалығы етештереүе күләмен уҙған йылдағы күрһәткестәргә ҡарата кәм тигәндә өс процентҡа арттырыу.

– Был республика аграрийҙарының көсөнән килә тип иҫәпләйем. Иген, шәкәр сөгөлдөрө, йәшелсә үҫтереүгә баҫым яһау мөһим. Беҙ үҙебеҙ төбәк халҡын төп аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ашлыҡ сәсеү буйынса план мотлаҡ үтәлергә тейеш. Яҙғы культуралар буйынса – 1 миллион 320 мең гектар, ужым ашлыҡтары – 600 мең гектарҙан кәм түгел.

Башҡортостан Башлығы орлоҡҡа кукуруз үҫтереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө эш йүнәлештәре иҫәбендә булыуын билдәләне. Шулай уҡ ул ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары исемлеген киңәйтеү кәрәклеген әйтте.

2016 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн урып йыйыу техникаһын һатып алыуға субсидиялар 30 процент тәшкил итәсәк.