5 декабрь, Дүшәмбе

17 февраль 2016 йыл, 16:45

Башҡортостанда Гастролдәр үҙәге, берҙәм электрон билет һәм виртуаль концерт залы буласаҡ

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Быйыл Башҡортостанда Гастролдәр үҙәге булдырыласаҡ. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында эшләйәсәк. Был хаҡта мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында белдерҙе.

«Былтыр филармония эшкә әүҙем ҡушылды. Филармония ҡарамағындағы концерт программалары дирекцияһы Гастролдәр үҙәген булдырыу буйынса ҡарар проектын әҙерләгән. Киләсәктә дәүләт учреждениеларының гастролдәр эшмәкәрлеген тәртипкә килтереү буйынса маршрут биттәре буласаҡ. Ҡайҙа ниндәй концерт, кисә уҙғарыуҙарын, ниндәй төркөм сығыш яһауын күреү өсөн бөтә республиканы йәлеп итергә теләйбеҙ», — тип хәбәр итте министр.

Шулай уҡ Әминә Шафиҡова филармонияла «Берҙәм электрон билет» проектын һәм виртуаль концерт залын ғәмәлгә индереү күҙалланыуын белдерҙе. Бындай комплекс иң яҡшы концерт программаларын онлайн режимында күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республика мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен электрон форматта әүҙемерәк пропагандаларға өйрәнергә кәрәклеген билдәләне. «Мин йыш ҡына электрон баҫмаларҙы күсереп алам. Сыңғыҙ Айытматов, Рәсүл Ғамзатов бар, әммә Мостай Кәрим юҡ. Беҙ популярлаштырыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ, ләкин үҙебеҙҙе күрһәтә белмәйбеҙ. Аңлашыла, сканерлау өсөн аҡса кәрәк, шуның менән аҡса эшләргә мөмкинлек биргән программалар ҙа бар бит», — тине Салауат Сәғитов.