9 декабрь, Йома

17 февраль 2016 йыл, 15:21

Республикала Рәсәй почтаһы байрам көндәрендәге эш графигы тураһында хәбәр итте

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Рәсәй почтаһы байрам көндәрендәге эш графигы тураһында хәбәр итте. 21, 22, 23 февраль һәм 7, 8 март ял көндәре булып тора.

23 февраль һәм 8 март — бөтә бүлексәләр өсөн дә ял көнө. Шәмбе, 20 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Бүлексәләр 22 февралдә — шәмбе, 7 мартта йәкшәмбе режимы буйынса эшләй.

Ҡыҙыҡһындырған бүлексәнең эш графигын ведомствоның сайтында белергә мөмкин.