Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

17 февралдә Өфө муниципалитетында яҙғы ташҡын мәлендә һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар билдәләнде. Улар — Кооператив яланы, Нижегородка, Затон, Кузнецов затоны, шулай уҡ Дим районының Романовка һәм Ленин районы Козарез урамы араһында автомобиль юлы.

Бөгөн үк баш ҡалала иҫкәртеү эштәре алып барыла. Ташҡынға ҡаршы 18 штаб, 12 күҙәтеү посы һәм алты мең кешегә иҫәпләнгән 50 пункт асыу ҡарала. Райондарҙы яҙғы ташҡынға әҙерләү буйынса күнекмәләр 10 марттан башлана.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть