Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыһы иң яҡшы тәржемә өсөн Бөтә Рәсәй әҙәби премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә Яҙыусыларҙың үҙәк йортонда иң яҡшы әҙәби тәржемә өсөн «Словес связующая нить» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы тапшырылды. 2015 йылғы премияға донъя һәм рус әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен башҡорт теленә ауҙарыу буйынса емешле эшмәкәрлеге өсөн башҡорт шағирәһе Тамара Ғәниева лайыҡ булды. Дипломға премия жюрийы рәйесе, Николай Лесков исемендәге православие яҙыусылары клубы идараһы рәйесе Игорь Смолькин ҡул ҡуйған.

Тамара Ғәниева ундан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Улар араһында Фридрих Шиллерҙың «Мария Стюарт», Альбер Камюҙың «Калигула», Николай Гоголдең «Ревизор», Камил Йыһаншиндың «Алдан алтыны», «Росомаха» һәм башҡа китаптар бар.

«Бүләкләү тантанаһында минең ышаныслы кешем сифатында Азат Бәҙрәнов ҡатнашты», — тип хәбәр итте Тамара Ғәниева.

«Словес связующая нить» премияһы тәржемә өлкәһендә әҙәби ижадтың абруйын һәм әһәмиәтен арттырыу, яңы сағыу исемдәр асыу сараһы булараҡ булдырылған һәм Рәсәй, сит ил яҙыусыларының әҫәрҙәрен илебеҙ халыҡтары телдәренә тәржемә иткән өсөн тапшырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть