4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2016 йыл, 12:41

Бөгөн Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Студент отрядтары көнө билдәләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн, 17 февралдә, илебеҙҙә тәүге тапҡыр Студент отрядтары көнө билдәләнә. Яңы дәүләт байрамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендәге Указына ярашлы булдырылған. Иҫтәлекле дата булдырыуға башланғыс һалыусылар студент отрядтары эшмәкәрлегенең, ошо ваҡиғаның йәштәр мөхитендә әһәмиәтле булыуын билдәләй.

Рәсәйҙең студент отрядтары хәрәкәтенә 57 йыл. Бөтәһе 18 миллиондан ашыу кеше ошо мәктәпте үткән. XX быуатта студенттар төҙөлөш отрядтары сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү, БАМ төҙөлөшө, илдең нефть һәм газ комплексын булдырыу, төрлө сәнәғәт предприятиелары, заводтар, электр станциялары төҙөү кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашҡан. Хәҙерге йәштәр уларҙың традицияларын дауам итә һәм халыҡ-ара сәйәси, спорт ваҡиғалары уңайынан объекттар төҙөү кеүек күләмле проекттарҙа ҡатнаша. Эштән тыш, уҡыуҙан буш ваҡытта улар ирекле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ветерандарға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Әүҙемдәр балалар йорттарына шефлыҡ итә, һәйкәлдәрҙе ремонтлауҙа ҡатнаша, экологик акциялар ойоштора.

Бөгөн республикала «Рәсәй студент отрядтары» йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе эшләй. Байрам уңайынан Өфөлә ойошма менән таныштырыу сараһы уҙғарыла. Акция Башҡорт дәүләт университетында көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана. Сара һуңында байрамда ҡатнашыусылар флешмоб үткәрә.