4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2016 йыл, 11:48

Алдағы көндәрҙә төбәктә буран сығыуы һәм юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы һәм юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 18 февралдә, төбәктә һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ -1, -6 градус буласаҡ. Синоптиктар ҡар яуыуын, буран сығыуын, еңелсә боҙлауыҡ булыуын, урыны менән көслө ел иҫеүен, юлдарҙы көрт баҫыуын фаразлай.

Йома, 19 февралдә, термометр бағанаһы төндә -8, -13, көндөҙ -2, -7 градус күрһәтәсәк. Бер аҙ ҡар яуыуы, талғын ел иҫеүе көтөлә.

Кисә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығы шаршамбы, 17февралдә, һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте. Ҡотҡарыусылар мохтажлыҡһыҙ урамға сыҡмаҫҡа һәм яңылыҡтарҙы тыңларға кәңәш итте.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, айҙың икенсе декадаһында Башҡортостанда уртаса тәүлек температураһының күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ете градусҡа юғары булыуы көтөлә.

темалар: һауа торошо