Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты Александр Кравцов менән осрашты

Спорт

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

16 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты Александр Кравцов менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктә биатлонды үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.

– Беҙ бөгөн илдең төп биатлон төбәге түгел, әммә барыһы ла алда әле. Уй-пландарыбыҙ, объекттар бар, артабан нисек эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Өҫтәүенә хәҙер республикабыҙға юғары квалификациялы тренерҙарҙы йәлеп итеү буйынса эш алып барабыҙ. Шунһыҙ мөмкин түгел.

Александр Кравцов Өфөлә биатлон комплексын тергеҙеү кәрәклеген билдәләне.

– Бергәләп ошо комплексты тергеҙеү һәм мөһим сараларҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеген табыуыбыҙҙы теләр инем. Сөнки Европа, донъя чемпионаттары, хатта йәйге биатлон да республикаға ғына түгел, биатлонға ла статус биреүсе мөһим саралар, – тине Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты. – Өфө – ошондай саралар уҙғарыу өсөн иң уңайлы төбәктәрҙең береһе.

Яҡтар шулай уҡ Башҡортостан шифаханаларында спортсыларҙы реабилитациялау мәсьәләләрен тикшерҙе.

– Ошо йәһәттән беҙҙә яҡшы мөмкинлектәр бар. Спортсыларҙы һауыҡтырыу ғына түгел, аяҡҡа баҫтыра алабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә уникаль алымдар, шифаханалар, дауалау йорттары бар. Был, ысынлап та, Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла юҡ.

Республика Башлығы спорт һәм дауалаусы туҡланыуҙа йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ продукттарын файҙаланырға тәҡдим итте.

Осрашыуҙа дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы һәм ун бер тапҡыр донъя чемпионы Александр Тихонов ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть