Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башнефть» компанияһы акцияларының республика пакетын һатыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барылмай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

Башҡортостан «Башнефть» компанияһының 25 процент акциялар пакетын һатырға йыйынмай. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

– Республика ҡарамағындағы 25 процент акциялар пакетын һатырға уйламайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Яңыраҡ ҡына пакетты республика милкенә күсереү тантаналары тамамланды.

Рөстәм Хәмитов әлеге ваҡытта был пакетты һатыуҙың отошһоҙ булыуын билдәләне, сөнки һуңғы йылдарҙа компанияны капитализациялау 10-дан 4,5 миллиард долларға тиклем кәмене, хәҙер акцияларҙың хаҡы түбән.

– Шуға күрә беҙҙең позиция – һатмаҫҡа, ошо йәһәттән һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Беҙ үҙебеҙҙең пакетты һатыу буйынса бер ниндәй ҙә һөйләшеүҙәр алып бармайбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть