9 декабрь, Йома

16 февраль 2016 йыл, 17:08

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.  

Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, хеҙмәтләндереү өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, эшҡыуарлыҡ, юриспруденция, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, киң мәғлүмәт саралары, архитектура һәм мәҙәниәт өлкәләрендә эшләгән 48 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Бөгөн яҡшы эшләүгә ынтылыш бик мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙ һәйбәт эшләйһегеҙ, йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ. Дөйөм алғанда, барыһының да яҡшы эшләүе, оптимистик ҡарашлы булыуы, илдә барған ваҡиғаларға битараф ҡалмауы кәрәк.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.