Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығына һылтанып, һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Шаршамбы, 17 февралдә, айырым райондарҙа ҡар яуыуы, томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етәсәк.  

Ҡотҡарыусылар мохтажлыҡһыҙ урамға сыҡмаҫҡа һәм яңылыҡтарҙы тыңларға кәңәш итә.

Синоптиктар фаразлауынса, иртәгә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа көслө ел иҫәсәк. 17 февралдә төндә -6, -11, көндөҙ 0, -5 градус буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть