10 декабрь, Шәмбе

16 февраль 2016 йыл, 16:12

Һәр бишенсе рәсәйле «бөгөнгө көн» менән йәшәй һәм киләсәккә пландар ҡормай — ВЦИОМ

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге (ВЦИОМ) рәсәйҙәрҙең ғинуар айындағы социаль хәлен тикшергән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, һорау алыныусыларҙың 30 проценты үҙҙәренең тормош хәлен «һәйбәт» йәки «бик яҡшы», 56 проценты — «уртаса», 11 проценты «насар» йәки «ҡот осҡос» тип баһалай. Быйыл ғинуарҙа илдәге хәлде ыңғай баһалауҙың өлөшө 72 процент тәшкил иткән — һорау алыныусылар хәлде «бик яҡшы», «һәйбәт», «уртаса» тип баһалай, кире баһа биреүселәр — 25 процент («барыһы ла насар»). Иң ҡатмарлы осорҙоң артта ҡалғанына ышаныусыларҙың өлөшө 14 процент тәшкил иткән. Яртыһы тиерлек (53 процент) улар алда әле тип иҫәпләй, һәр дүртенсеһе әйтеүенсә, хәҙер рәсәйҙәр иң ауыр мәл кисерә.

Шуға ҡарамаҫтан, күптәр пландар ҡорорға тырыша — 2016 йылдың ғинуарында 80 процент, уҙған йылдың ошо уҡ осоронда иһә 79. Киләсәкте планлаштырыу өсөн мөмкинлектәргә килгәндә, бында респонденттарҙың фекере төрлөсә: 44 проценты өсөн етди ҡаршылыҡтар юҡ, 36 проценты хәҙерге шарттарҙа был мөмкин түгел тип зарлана. Һәр бишенсе (19 процент) киләсәккә пландар ҡормайынса, үҙ теләге буйынса «бөгөнгө көн» менән йәшәй.