4 декабрь, Йәкшәмбе

16 февраль 2016 йыл, 15:18

Өфө Еңеү байрағын ҡаршылай

фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «Еңеү байрағын ҡаршылау» акцияһы башланды. Сара 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 71 йыллығына арналған. Ойоштороусыһы — Дәүләт-ара герой ҡалалар һәм хәрби дан ҡалалары союзы ярҙамында ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы. Акция үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

15 февралдән 29 апрелгә тиклем Өфөнөң барлыҡ райондарында совет халҡының фашистик Германияны Еңеүенең рәсми символы булған байраҡтың күсермәһен тапшырыу эстафетаһы ойошторола. Айырыуса айырылып торған учреждениелар һәм белем биреү ойошмалары ҡатнаша.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Еңеү байрағын тәүгеләрҙән булып Дим районы ҡабул итте. Символ тантаналы рәүештә 101-се мәктәпкә тапшырылды, һуғыш йылдарында унда хәрби госпиталь булған. Һуңынан эстафета 123-сө лицейға күсте. Дим районында Еңеү символы бер аҙна буласаҡ, артабан ул Ленин, Киров, Совет, Октябрь, Орджоникидзе райондарына тапшырыла. Акция Өфөнөң Калинин районында тамамлана.