Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала финанс өлкәһендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тикшерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/.

Бөгөн, 16 февралдә, Әбйәлил районында «Банктарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» тип аталған VII Урал форумының пленар ултырышы бара. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың форумда ҡатнашыусыларға ебәргән сәләмләү хатын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уҡып ишеттерҙе.

Көн тәртибенә финанс өлкәһендә кибер енәйәттәргә юл ҡуймау, инновацион банк технологияларының һәм финанс ойошмаларының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре индерелгән.

Урал форумы — финанс мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә йылдың төп ваҡиғаһы. Сараға финанс ойошмалары, күҙәтеү һәм көйләү органдарының 350-нән ашыу вәкиле, эске контроль хеҙмәте белгестәре, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, финанс өлкәһендә мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса продукттар, хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе Рәсәй һәм сит ил компаниялары аудиторҙары йыйылды. Форумды Рәсәй банкы ярҙамында Рәсәй банктары ассоциацияһы ойоштора.

Форум барышында — 15 февралдән 20-нә тиклем — банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте етәкселәре Рәсәй банкы, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Техник һәм экспорт контроле буйынса федераль хеҙмәт, Эске эштәр министрлығы һәм Роскомнадзор вәкилдәре менән аралаша. Улар талаптар, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, ҡануниәт яңылыҡтары хаҡында мәғлүмәт бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть