6 декабрь, Шишәмбе

16 февраль 2016 йыл, 12:21

Башҡортостанда страховка иғәнәләре 6 миллиард һум тәшкил итәсәк

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Быйыл төбәктә Башҡортостан буйынса Пенсия фондына страховка иғәнәләре кереме 6 миллиард һум тәшкил итә һәм былтырғы кимәлдән күберәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Страховка иғәнәләре ай һайын эш хаҡы алған көндә түләнә, әммә 15-нән дә һуңға ҡалырға ярамай. Ваҡытында түләнмәгән суммаға пеня һалына. 2015 йылда түләү ваҡытын боҙған өсөн түләүселәр Пенсия фонды бюджетына 255 миллион һум пеня күсергән.

Иҫәпләнгән, әммә түләнмәгән страховка иғәнәләре бурыс тип һанала һәм мәжбүри рәүештә түләтелә.

Пенсия ведомствоһында аңлатыуҙарынса, 2016 йылда эш биреүселәр өсөн мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәһе тарифы — 22 процент. Страховка иғәнәләре түләнәсәк сикке йыллыҡ хеҙмәт хаҡы — 796 мең һум. Мотлаҡ пенсия страховкалауына страховка иғәнәһе тарифы 10 процент күләмендә билдәләнгән.

Быйыл мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фондына страховка иғәнәләре ставкаһы — 5,1 процент. Страховка иғәнәләре физик берәмектәр файҙаһына түләүҙәрҙең бөтә суммаһынан ошо ставка буйынса иҫәпләнә.