5 декабрь, Дүшәмбе

16 февраль 2016 йыл, 9:59

Lada — Өфөләге автомобиль баҙарында лидер

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө халҡы илебеҙҙә етештерелгән автомобилдәргә өҫтөнлөк бирә. «Автостат» аналитика агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың баш ҡалаһында яңы еңел автомобилдәр баҙарында Lada бренды лидер булып тора. Өфөләр илебеҙҙә етештерелгән 2,3 мең машина һатып алған. Икенсе урында — Kia (1,7 мең). Өсөнсөлә — Renault (1,5 мең).

Chevrolet 2014 йыл менән сағыштырғанда баҙар күләмендә күберәк юғалтҡан (-61,4 процент). Datsun ыңғай динамика күрһәткән (+96 процент). Моделдәр хаҡында һөйләгәндә, Kia Rio, Lada Granta, Hyundai Solaris — лидерҙар рәтендә. Kia Rio 2014 йыл менән сағыштырғанда барыһынан да аҙыраҡ юғалтҡан (-13 процент), барыһынан да күберәк — Renault Duster (-52,9 процент).

Ошо күрһәткестәр менән Өфө яңы еңел автомобилдәр баҙары динамикаһы буйынса 10 лидер ҡала исемлегенә инде. Дөйөм алғанда, бер йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында баҙар 50,1 процентҡа кәмегән. Мәҫәлән, 2015 йылда 14 261 машина һатылған, 2014 йылда иһә 28 560.